“Министр менән бер сәғәт”03.05.2017
5 майҙа Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Министр менән бер сәғәт” проектына ярашлы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров менән осрашыу ойоштора.

Сарала төбәктәге һаулыҡ һаҡлау, медицина кадрҙары әҙерләү мәсьәләләре, ошо өлкәләге алдынғы йүнәлештәр буйынса фекер алышыу күҙаллана. Йәмәғәт палатаһы ағзалары министр менән Башҡортостандағы демографик хәлде, медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген, юғары технологиялы медицина ярҙамын ғәмәлгә индереү, телемедицина проблемаларын, ауылда һаулыҡ һаҡлауҙың үҫешен, дауалау учреждениелары төҙөү һәм реконструкциялау пландарын, медицина ярҙамына ҡағылышлы ялыуҙарҙың тәүшарттарын һәм сәбәптәрен тикшерәсәк.


Вернуться назад