“Мир” картаһына күсәбеҙ03.05.2017
Рәсәй Президенты Владимир Путин бюджет өлкәһен һәм пенсионерҙарҙы “Мир” милли түләү карталарына этаплап күсереүҙе хупланы.
Банктарға 1 июлгә тиклем бөтә ҡулайламаларҙа, шул иҫәптән банкоматтарҙа иҫәп-хисаптар өсөн ошондай карталарҙы ҡабул итеүҙе тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы ул. Ошо көндән алып бюджет хеҙмәткәрҙәре иҫәп асыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәндә банктар “Мир” картаһын бирергә тейеш. Милли түләү системаһына ҡарамаған карталарҙы ҡулланыусылар 2020 йылдың 1 июленән дә һуңға ҡалмайынса иҫке карталарын “Мир”ға алмаштырырға бурыслы.
Дәүләт Башлығы ҡул ҡуйған закон шулай уҡ бәләкәй предприятиеларға 2017 йылдың 1 октябренә тиклем “Мир” карталарын ҡабул иткән терминалдар ҡуйыу бурысын йөкмәтә. Шул уҡ ваҡытта табышы йылына 40 миллион һумдан артмаған эшҡыуарлыҡ субъекттарына, Интернет селтәренә тоташмаған төбәктәрҙәге һатыусыларға бындай талап ҡағылмай.