“Шылтырат һин миңә, шылтырат…”02.05.2017
Федераль суд приставтарының Башҡортостан идаралығында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау буйынса эште камиллаштырыу маҡсатында “Ышаныс телефоны”на мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
“Ышаныс телефоны” төрлө енәйәттәргә, шул иҫәптән ришүәтселеккә юл ҡуймау, уларҙы асыҡлау йәһәтенән сара күреү мөмкинлеген бирә. Һәр мөрәжәғәт ентекле тикшерелә.
– Был элемтә каналы вазифалы кешеләр тарафынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуймау, тәртип боҙоуҙарҙы ваҡытында асыҡлау буйынса эште яҡшыртыу маҡсатында асылды, – тине федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы бүлек етәксеһе Артур Закиров.
Шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә 8 (347) 273-59-82 телефоны аша ҡабул ителә.


Вернуться назад