Баҡсала, урманда һаҡ бул талпандан02.05.2017
Республикабыҙҙа быйыл талпан ғәҙәттәгенән һуңыраҡ “уянды”. “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, әле 30-ҙан ашыу кеше талпандан зыян күреп өлгөргән. Бөжәктәрҙең талпан энцефалиты вирусы менән сирләү кимәле 4,3 процент тәшкил итә. Был күрһәткес 2016 йыл менән сағыштырғанда бер аҙ түбәнерәк (6,7 процент).
Белгестәр билдәләүенсә, хәүефле сирҙән һаҡлаған иң ышаныслы сара – вакцинация. Байрамдар осоронда эпидемиологтар һаҡлыҡ саралары хаҡында ныҡлы иҫкәртә. Тәбиғәткә сыҡҡанда тәнде ҡаплап торған кейем кейергә, махсус һиптергестәр файҙаланырға кәңәш ителә. Әле республикабыҙҙа парктарҙы, скверҙарҙы һәм башҡа урманлы биләмәләрҙе талпандан эшкәртеү башланмаған. Һауа шарттары тотороҡланғас, был эшкә тотонасаҡтар. Әйткәндәй, быйыл 3,7 мең гектарҙан ашыу майҙанды эшкәртеү күҙаллана. Ҡаҙалған талпандың энцефалит менән сирләү-сирләмәүен Башҡортостандағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, шулай уҡ уның филиалдары лабораторияларында тикшерәләр. Уларҙың адресын “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы сайтында табырға мөмкин.