Павловка, Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарын тулыландарыу дауам итә. Гидротехник ҡоролмаларҙы планға ярашлы эшләтеү һөҙөмтәһендә ташҡындың хәүефе әллә ни һиҙелмәй.Республика Хөкүмәте йортонда Премьер-министр урынбаҫары Марат Мәһәҙиев етәкселегендә үткән Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы һәм Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы һыу һаҡлағыстарҙың эш тәртибен көйләү буйынса ведомство-ара эш төркөмөнөң берлектәге ултырышында һыу һаҡлағыстарҙы тулыландырыу мәсьәләһе тикшерелде. Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһы кимәле тәүлегенә 10-15 сантиметрға күтәрелә. Айырым йорт ихаталарын һыу баҫыу осраҡтары теркәлде.
Әйткәндәй, 2000 йылдар башынан алып республикала әллә ни ҙур ташҡын күҙәтелмәне. Шуға күрә һыу баҫа торған биләмәләрҙә ошо хәүефте иҫәпкә алмайынса йорт һалыусылар байтаҡ. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты төҙөлөштө башлар алдынан муниципаль хакимиәттәрҙән биләмәне һыу баҫыу-баҫмау хаҡында мәғлүмәт алырға кәңәш итә.