Берләштерә беҙҙе “Берҙәмлек”02.05.2017
7-12 июндә Башҡортостанда “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк.
Сара тәүге тапҡыр республиканың төньяҡ-көнсығышында уҙғарыла. Фестиваль делегаттарын Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай райондары һәм Өфө ҡалаһы ҡабул итәсәк. Ҡытайҙан, Эстониянан, Көньяҡ Кореянан, Сербиянан, Һиндостандан, Көньяҡ Африканан, Шри-Ланканан, Колумбиянан, Мексиканан, Ирандан һәм Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар көтөлә. Фестиваль программаһында – концерт турҙары, ижад күргәҙмәләре, танышыу кисәләре.


Вернуться назад