“Төньяҡ амурҙары”нан ҡалған мираҫ28.04.2017
Башҡортостан Милли музейында “Йәйә һәм уҡтар: мезолиттан алып Яңы заманға тиклем” күргәҙмәһе асылды. Унда һөйәктән, саҡматаштан, бронзанан һәм тимерҙән яһалған уҡ-һаҙаҡтарҙы, башаҡтарҙы, йәйәләрҙе күрергә мөмкин.
Урта быуаттарҙағы һуғышсының һәм рус армияһының 1813 – 1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт яугире – “төньяҡ амуры”ның һуғыш ҡоралдары күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, моғайын. Бында уҡ һәм йәйәнең үҙенсәлектәре, борондан алып ХIХ йөҙ йыллыҡҡа тиклем уларҙы етештереү һәм ҡулланыу технологияһы хаҡында мәғлүмәт алырға була.
Күргәҙмәнең нигеҙен Башҡортостан Республикаһы Милли музейы һәм “Айыу ихатаһы” тарихи реконструкция клубы коллекцияһы тәшкил итә.