Ял көндәре ҡояшлы буласаҡ28.04.2017
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев ташҡынға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Сарала Йомағужа, Нөгөш, Павловка һыу һаҡлағыстары етәкселәре ҡатнашты. Улар билдәләүенсә, һыу һаҡлағыстарҙың кимәле нормаға ярашлы, һыу туплау ғәҙәттәге режимда дауам итә. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе Галина Зайцева киләһе ун көнгә һауа торошо тураһында һөйләне, ял көндәрендә Башҡортостанда 20 градусҡаса йылытасаҡ икән.
Ошо көндәрҙә иһә республика йылғаларында һыу саҡ ҡына кәмегән. Ғөмүмән, көндәр йылытып, ҡар тиҙ ирей башлаһа ла, йылғаларҙа һыуҙың яйлап булһа ла сигенеүе күҙәтелә, ти Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы белгестәре.



Вернуться назад