“Хеҙмәт кешеһен ҡыйырһытырға бирмәйек”28.04.2017
Өфөлә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәгебеҙҙең профсоюз етәкселеге менән осрашты. Был һөйләшеүҙең 1 Май байрамы алдынан үткәрелеүе юҡҡа түгел – әңгәмәлә һүҙ эшләгән халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлау проблемалары тураһында барҙы.
– Беҙҙең республикалағы профсоюз 600 меңдән ашыу кешене берләштерә, һеҙ хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәтен яҡлайһығыҙ һәм бының өсөн киң вәкәләттәргә эйәһегеҙ, – тине Башҡортостан етәксеһе, профсоюз тармаҡтары етәкселәренә мөрәжәғәт итеп.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостандағы быйылғы иң аҙ эш хаҡы 8 900 һум күләмендә билдәләнгән. “Был күп түгел һәм уны ниндәйҙер ҡаҙаныш тип әйтергә лә йыйын­майым, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ул иҡтисади хәлгә бәй­ле. Дәүләттең бурысы эшләгән кешене яҡлауға ҡайтып ҡа­ла, беҙ хеҙмәтсәндәрҙе ҡыйырһытырға бирергә тейеш түгел”.
Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйеновтың сығышынан күренеүенсә, профсоюз ағзалары һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләгән был ойошманың башҡарған эше лә күләмле генә: былтыр, мәҫәлән, 1 616 предприятиела тикшереү уҙғарылған һәм хеҙмәт тураһындағы ҡануниәтте боҙоуҙың 12 мең осрағы асыҡланған. Ни өсөн шулай күп? Ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә? Был тәңгәлдә профсоюз яғынан аныҡ ҡына тәҡдимдәр әйтелмәне.
– Мәғлүмәт хәбәр итеү генә етмәй, улар барыбыҙға ла билдәле, – тине республика Башлығы, бер нисә тармаҡ профсоюзы етәкселәрен тыңлағас. – Беҙ ниндәй саралар күрергә тейеш? Эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс тураһында йылдар буйы һөйләйбеҙ. Ләкин ҙур компанияларҙың Мәскәүҙә ултырған етәкселәре менән һөйләшеү бик ауыр, улар үҙҙәренән алыҫта йәшәгән халыҡтың ихтыяжын бик һанға һуғып бармай. Бына бер сығышта эш хаҡы буйынса туристик фирмалар миҫалында страховка тупланмаһы ойошторорға тәҡдим ителде. Ләкин эшҡыуарҙарға өҫтәмә һалым булдырыу менән улар хеҙмәт хаҡын да шул саҡлыға кәметәсәк. Артабан нимә эшләргә тейеш булабыҙ? Банкротлыҡ тураһындағы ҡануниәт тә хеҙмәт коллективтарының мәнфәғәтен тейешенсә яҡлай алмай. Яҙғы юлда ауыр йөк машиналары йөрөүен тыйыуҙы ла ҡайһы берәүҙәр үҙенең эшмәкәрләген туҡтатып тороуға, шул осорға хеҙмәт хаҡы ла түләмәүгә һылтау итеп ала.
Шулай ҙа осрашыуҙың яртыһы самаһы эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурысҡа арналды. Октябрьскийҙағы “Автоприбор” менән Ишембай машиналар эшләү заводындағы бурыс 23 миллион һумға еткән. Рөстәм Хәмитов был предприятиелар коллективтарының вәкилдәре менән уларҙың проблемаһын хәл итеү буйынса һөйләшеү алып барылыуы, саралар күреләсәге хаҡында әйтте. Был эштә, тәбиғи, профсоюздар алғы сафта барырға бурыслы.



Вернуться назад