Дәүләт программалары – халыҡ мәнфәғәтендә28.04.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе, унда 2016 йылдағы дәүләт программаларының үтәлеше тикшерелде, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
Республика етәксеһе тәүҙә беренсе кварталға йомғаҡ яһаны һәм төбәктәге хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы.
Сәнәғәттә үҫеш күҙәтелгән, ауыл хужалығы тармағында күрһәткестәр яҡшы ғына, тауар әйләнеше артҡан, бюджет килеменең 9,5 процентҡа күтәрелеүе шатландыра, сауҙала һәм йәмәғәт туҡланыуында ла уңыштар етерлек, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә тотороҡлолоҡ һаҡланған. Иң мөһиме, эш хаҡы артҡан, ағымдағы йылдың ике айын алып ҡарағанда, үҫеш бар. Әммә был йүнәлештә лә башҡараһы бурыстар күп әле.
Рөстәм Зәки улының һүҙҙәренә ҡарағанда, дәүләт программалары өҫтөнлөклө һанала. Уларҙың һөҙөмтәле бойомға ашырылыуы беҙҙең социаль-иҡтисади үҫеш динамикаһы менән бәйле. Бөгөн ундай 25 программа иҫәпләнә. Улар республикабыҙ Хөкүмәтенең бөтә төп эшмәкәрлек йүнәлештәрен дә үҙ эсенә ала. Быйыл йәнә өс – “Киң мәғлүмәт саралары үҫеше”, “Сәнәғәт үҫеше һәм уның конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу” һәм “Фәнде һәм технологияларҙы үҫтереү” – программа ҡабул итеү планлаштырыла.


Вернуться назад