74 йыл буйы тәртип боҙмаған26.04.2017
Юл инспекторҙары Өфө водителенең бер тапҡыр ҙа тәртип боҙмауын асыҡланы. Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов оло йәштәге автоһәүәҫкәрҙең өйөнә үҙе килде. Рекордтың ысынбарлыҡҡа тап килеүен раҫлау өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип боҙоуҙар базаһын тағы ла бер ҡат тикшереп сыҡты.
Әйткәндәй, 90 йәште уҙған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны әлегә тиклем рулдә. Транспорт сараһын йөрөтөргә Ғәбдерәүеф Гәрәев 17 йәшендә өйрәнгән. Һуғышта ул танк йөрөткән.


Вернуться назад