Шиғриәт урамы ҡайҙа? Нуғайҙа...26.04.2017
Баш ҡалабыҙҙа Шиғриәт урамы барлыҡҡа киләсәк. Ул Өфө­нөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында урынла­шасаҡ. Урамдың оҙонлоғо – 1,3 саҡрым. Ул Есенин урамына параллель килә.
Әйткәндәй, адреслы элементтарға атама биреү һәм уларҙы үҙгәртеү буйынса эксперт комиссияһы Октябрь районындағы яңы тыҡрыҡтың атамаһын да раҫланы. Исемде ауыл халҡы тәҡдим иткән. Депутаттар ҡарарҙы раҫлаһа, Жилин ауылында Иркен тыҡрыҡ барлыҡҡа киләсәк.


Вернуться назад