Ошо көндәрҙә Волгоград ҡалаһында ХХV Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Башҡортостандан ике кеше, 95-се дүрт орденлы Полтава дивизияһы яугирҙәренең улдары – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының республика советы президиумы ағзаһы Энгель Зәйнетдинов һәм Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев саҡырылды. Өлкә губернаторы башланғысы менән уҙғарылған күләмле сараның ойоштороусылары – 95-се гвардия Полтава дивизияһының ветерандар советы һәм Ф.Ф. Слипченко исемендәге Волгоград лицейы. “Рәсәй Федерацияһында тәрбиәне үҫтереү стратегияһы: йәштәрҙә ватансылыҡ һәм гражданлыҡ тәрбиәләүҙә Ф.Ф. Слипченко исемендәге Волгоград лицейының инновациялы тәжрибәһе” осрашыуҙың төп темаһы булды. Сара программаһына тәрбиә өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләргә арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр, яңы проекттар менән таныштырыу инде. Ҡунаҡтарға Мамаев ҡурғанындағы Мемориаль комплексҡа, шулай уҡ 1942 йылда ҡаты һуғыш булған Октябрь районына сәфәр ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар Верхние Кумское утарында булды, дүрт мең һалдат ерләнгән “Ҡорос ялҡын” мемориалына сәскә һалды.
– Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, осрашыу күңелдәрҙе йылытты, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәнил Ҡоҙаҡаев. – Май байрамдары алдынан ошондай форумды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.