Йортоң төҙөләме?26.04.2017
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты яңы төҙөлгән объекттарға аҡса йүнәлтергә теләгән өлөшсөләр һәм инвесторҙар өсөн махсус ҡыҙыу элемтә ойошторҙо.
Әле республикабыҙҙа 173 төҙөлөш ойошмаһы 2,7 миллион квадрат метрлыҡ 482 күп фатирлы йорт һалыу менән шөғөлләнә. Дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта әйтеүенсә, халыҡ аҡсаһының маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуын тикшереүҙән тыш, төҙөүселәрҙең эшенә контролде көсәйтергә кәрәк. Шуға күрә төҙөлөш өлкәһендәге хәлде күҙәтеү өсөн ҡыҙыу элемтә эшләй башланы. Уның телефоны: 8(347) 218-08-81. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.