“Бабич” ҡайтты Әсәнгә26.04.2017
Дүртөйлө районының Әсән ауылындағы Шәйехзада Бабич музейына “Бабич” фильмының реквизитын бүләк иттеләр. Ошо көндәрҙә тулы метражлы яңы нәфис фильм төшөрөү төркөмө шағирҙың музейында булды.
Сарала фильмдың сценарий авторҙары – З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабичева һәм филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, төп ролде башҡарған актер Илгиз Таһиров, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Регина Камалова, сәнғәт институты студенттары, драматург һәм яҙыусы Мөҙәрис Мөсифуллин, Бабичтың туғандары ҡатнашты.
Музейға режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмында файҙаланылған экспонаттар тапшырылды. Ҡунаҡтар шағирҙың һәйкәленә сәскә һалды, музейҙы ҡарап сыҡты, студенттар иһә бөйөк шағирҙың шиғырҙарын уҡыны.
Шәйехзада Бабичтың яҡташтары “Бабич” фильмын башҡаларҙан алдараҡ ҡараны. Ул Әсән ауылындағы мәҙәниәт йортонда күрһәтелде.