Һөттө кемдәр эшкәртер?26.04.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Нгуен Тхань Шон һәм корпорацияның идара рәйесе Тхай Хыонг етәкселегендәге ТН Group компанияһы вәкилдәре менән осрашты.
Яҡтар агросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлек итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тикшерҙе.
— Белеүемсә, агросәнәғәт етештереүе мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ. Беҙҙең иҡтисад өсөн ауыл хужалығы — төп үҫеш өлкәләренең береһе. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса һөт етештереү йәһәтенән беҙ Рәсәйҙә икенсе урынды биләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шул уҡ ваҡытта һөтсөлөк тармағына яңы инвесторҙар йәлеп итеү яҡлыбыҙ. Һөт етештереүҙә, уны эшкәртеүҙә һәм һатыуҙа ҙур ҡеүәт тупланған. Һеҙҙең республикабыҙҙа эшләүегеҙҙе теләйбеҙ, үҙебеҙҙең яҡтан бөтә йүнәлештәр буйынса ярҙам вәғәҙә итәбеҙ.
Ферманы һәм һөт эшкәртеү заводын үҙ эсенә алған комплекс асыуға 220 миллион доллар самаһы инвестиция һалынасаҡ. Проекттың башланғыс ҡеүәте — алты мең баш мал.
Вьетнамдар республика Башлығы менән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булыу һәм тейешле ташламалар алыу, һөҙөмтәһеҙ файҙаланылған ауыл хужалығы ерҙәрен компанияға тапшырыу мөмкинлеген тикшерҙе.