“Коляда-plays” халыҡ-ара заманса драматургия фестивалендә башҡорт авторҙарының пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйыла. Улар – Гомерҙың “Илиада”һы буйынса яҙылған “Троя хаҡында йыр. Ошонда һәм хәҙер” (Әнгизә Ишбулдина, Марат Мөхлисов, Зөһрә Бураҡаева, Анна Ерошина) һәм Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса Әнгизә Ишбулдинаның “Хыялға ҡаршы” спектаклдәре.“Щелкунчик” балеты театрында “Хыялға ҡаршы” – 26 июндә, ә “Троя хаҡында йыр. Ошонда һәм хәҙер” – 27 июндә була.
“Коляда-plays” фестивале йыл һайын июнь айында ҡаланың театр майҙансыҡтарында ойошторола. Сараны үткәреү һәм уны тергеҙеү идеяһын Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Николай Коляда тәҡдим иткән. Башланғысты Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Свердловск төбәк бүлексәһе әүҙем хуплап сыҡҡан.
Төп программала – спектаклдәрҙе ҡарау һәм Театр тәнҡитселәре коллегияһы тарафынан уларҙы асыҡтан-асыҡ баһалау. Әйткәндәй, фестивалдә өс театр миҙгелендә заманса драматургтарҙың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҡатнаша.