Башҡорт телен беләһеңме?25.04.2017
Рәсәй төбәктәренең һәм республика ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында башҡорт теленән төбәк диктантын яҙыу үтте.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы сараны быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғара. Диктант яҙыу өсөн билдәле яҙыусы һәм ғалим Ғайса Хөсәйеновтың “Әсәм теле — сәсән теле” әҫәренән өҙөк алынған. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов уҡыны. Сарала уҡыусылар, студенттар, төрлө һөнәр эйәләре, оло быуын вәкилдәре, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы делегаттары, ғалимдар, журналистар ҡатнашты.


Вернуться назад