Республикалағы иң ҙур күл Асылыкүл тирәләй туристик-рекреация кластерын ойоштороу күҙаллана.Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кластер Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк райондарын берләштерәсәк. Парк-курортта туристарҙың сифатлы ялын тәьмин итәсәк объекттар төҙөү ҡарала. Улар иҫәбенә турбазалар, кемпингтар, аттракциондар, шифахана инәсәк.
Дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, республикала туризм өсөн тәғәйенләнгән биләмәләрҙе кластерлы үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә. Эске туризм концепцияһына ярашлы, ете туристик-рекреация кластеры билдәләнде. Әле “Урал легендаһы” кластеры әүҙем үҫә. Уны ойоштороу тураһындағы килешеүгә былтыр июндә ҡул ҡуйылғайны. Быйыл апрелдә иһә “Бөрйән” кластерын үҫтереү тураһында килешеү төҙөлдө.