Аэропортта — махсус хеҙмәтләндереү шарттары25.04.2017
Байрам көндәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары “Өфө” аэропортында айырым шарттарҙа хеҙмәтләндерелә.
3—12 майҙа пассажирҙарҙың бындай категорияһы һәм уларҙы оҙатып йөрөгән кешеләр өсөн аэропорт эргәһендәге майҙанда айырым туҡталҡа ойошторола. Рейсҡа документтары сиратһыҙ тултырыла. 6 — 11 майҙа иһә ветерандар бизнес зал хеҙмәттәренән түләүһеҙ файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн паспорт, билет һәм таныҡлыҡ тәҡдим итеү етә. Багаж тапшырыу, сиратһыҙ хеҙмәтләндерелеү мәсьәләләре буйынса 8-800-200-6602 телефоны буйынса йәки аэропорттағы мәғлүмәттәр тәҙрәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Хәрәкәт итә алмаған пассажирҙар агенттарҙың ярҙамынан файҙалана ала. Бының өсөн аэропорт хеҙмәткәрҙәренә +7-917-435-53-56 телефоны буйынса алдан шылтыратыу шарт. Агенттар бындай пассажирҙарҙы ҡаршы алып, тәғәйен рейсҡа оҙатып ҡуясаҡ.


Вернуться назад