“Таусы”лар йәнә беренсе25.04.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Милли Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендәге төп бүләк — Төбәктәр кубогын икенсе йыл рәттән яулаған “Таусы” хоккей клубы уйынсыларына һәм тренерҙарына телеграмма ебәрҙе. Финалда учалылар Пензаның “Дизелист” командаһын еңеп сыҡты. Төбәк етәксеһенең телеграммаһында былай тиелә:
“Хөрмәтле “Таусы” командаһы тренерҙары һәм хоккейсылары! Һеҙҙе Милли Йәштәр хоккей лигаһының плей-офф финалында ышаныслы еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым! Көслө командаға ҡаршы алышта һеҙ ысын рух ныҡлығы, матур уйын күрһәттегеҙ, беренселектең төп наградаһы — төбәктәр кубогын икенсе тапҡыр яуланығыҙ.
Башҡортостандың абруйын артабан да лайыҡлы яҡларһығыҙ, оҫталығығыҙҙы арттырып, республика спорты еңеүҙәре йыйылмаһына тос өлөш индереүҙе дауам итерһегеҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйем!”



Вернуться назад