Өфө – тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы25.04.2017
“Берҙәм донъя – берҙәм һаулыҡ” исемле халыҡ-ара Ветеринария конгресына ҡыҙыҡһыныусанлыҡ көслө – унда Ҡытай, АҠШ, Бөйөк Британия, Испания, Польша, Нидерланд, Дания, Австрия һәм башҡа илдәрҙән бихисап мәртәбәле ҡунаҡтар һәм абруйлы ғалимдар сығыш яһаны, тәжрибә уртаҡлашты.
Халыҡ-ара Ветеринария конгресы – заманса ғилми-ғәмәли трендтарҙы тәҡдим итеү, малсылыҡты табышлы алып барыу, ветеринар хеҙмәттәре күрһәтеү, дауалау алымдарын оҫта ҡулланыу, йоғошло ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү, ветеринар-санитария йүнәлешен камиллаштырыу, ғөмүмән, фекер алышыу майҙансығы ул. Әйткәндәй, сара беҙҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла һәм уны үткәреү урыны итеп Башҡортостандың баш ҡалаһы тиккә генә һайланмаған.
Конгреста ҡатнашыусылар малсылыҡ мәсьәләләре буйынса фекер алышты, ветеринария тармағындағы заманса агросәнәғәт комплексы менән танышты. Айырыуса ветеринар хеҙмәтен кадрҙар менән тәьмин итеүгә, малдарҙың ауырыуына ҡаршы алдынғы ысулдарҙы ҡулланыуға, яңы фармацевтика аппараттарын уйлап табыуға, дарыуҙарҙы дөрөҫ файҙаланыуға баҫым яһалды. Беренсе тапҡыр бал ҡортоноң ауырыуы тураһында уртаға һалып һөйләшелде.