25 – 26 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллығына арналған ҙур байрам ойошторола. Юбилейға федераль каналдарҙан, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһынан ҡунаҡтар, Ҡаҙағстан, Татарстан, Саха (Яҡут), Удмуртия һәм башҡа төбәктәрҙәге балалар телеканалдары етәкселәре саҡырылды. Байрамдың махсус ҡунағы – “АБВГДейка” программаһының художество етәксеһе һәм алып барыусыһы Татьяна Кирилловна Черняева.Тамашасыларҙы телеканал ҡарамағындағы “Тамыр” вокал студияһы һәм республикалағы балалар коллективтарының алып барыусылары ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы көтә. Ижади команда “Тамыр”ҙың тәүге алып барыусылары менән бер нисә бүләк тә әҙерләй.
Бынан тыш, телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн дә байтаҡ файҙалы саралар ойошторола. Матбуғат конференцияһы, “түңәрәк өҫтәл”, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, ҡунаҡтар республика телерадиотапшырыуҙарында ҡатнашасаҡ.
Әйткәндәй, юбилей саралары, анығыраҡ әйткәндә, үҙенсәлекле бүләк-ваҡиғалар, “Тамыр”ҙа инде ике ай дауам итә. 2 мартта, телеканалдың тыуған көнөндә, БЮТ каналында “Балалар көнө” һәм уҡыусылар өсөн дискотека үткәрелде. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға “Родина” кинотеатрында фильмдар күрһәтелде. “Тамыр” кубогына үҫмерҙәр араһында уҡ атыу буйынса “Уғатар” турниры, телеканалда Асыҡ ишектәр көнө һәм башҡалар һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер, моғайын.