Ташҡын аяуһыҙ ул...21.04.2017
Ташҡын аяуһыҙ ул...Республика йылғалары боҙҙан әрселә. Һыу кимәле көндән-көн күтәрелә. Төбәк халҡы ташҡынға әҙер. Шулай ҙа, хәүефләнергә урын бар: быйыл ҡар ғәҙәттәгенән күберәк.
Өфө районының Булгаков һәм Яңы Булгаков ауылдары ҙур һыу килеүгә әҙерләнә. Бынан бер нисә көн элек ауыл халҡына һыу күтәрелеүе тураһында хә­бәр итеп, сирена яңғы­раған да инде. Өршәк йыл­ғаһы аша һалынған күпер­ҙе ябырға йыйыналар, сөнки уны бына-бына һыу баҫа­саҡ. Өфө районы ха­кимиәте баш­лығы Вилорий Угаров белдере­үен­сә, кү­пер һыу аҫтында ҡалһа, өс ауылға юл ябыласаҡ. Ауыл халҡы утрауҙа ҡал­ма­һын өсөн, урау юл һа­лыу­ҙа грейдерҙар эшләй башла­ған да инде. Ә әлеге күпер күптән төҙөкләнде­реүҙе талап итә. Район ха­ки­миәте башлығы әйте­үенсә, быйыл был эш башланасаҡ.
Йәнә лә Өфө районында булған хәл: Волков ауылында ҡар һыуҙары юлды йыуған. Был юл быуа аша һалынған һәм ауылдың бер яғын икенсеһе менән тоташтырып тора. Быуаға һыу күп йыйылыу сәбәпле, ташҡын ҡотороп, ауыл халҡын юлһыҙ ҡалдырған.
Дәүләкән, Хәйбулла, Саҡ­мағош райондарында йылғалар ярҙарынан сы­ғып, ауылдарға яҡын­лашҡан.

Марат МӘҺӘҘИЕВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары:
– Әлегә республикала яҙғы ташҡын ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ бара. Төбәктең барлыҡ ҙур йылғаларында ла боҙ әрселде, боҙ тығындары барлыҡҡа килмәне. Миәкә һәм Саҡмағош райондарында йорт-ҡураларҙы һыу баҫыу осрағы теркәлгән. Хужалыҡтарға ҙур зыян килмәгән, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре айырыуса Өфө ҡалаһы эргәһендәге баҡсалар өсөн хәүефләнә, сөнки бында бихисап кеше йәшәй. Шуға күрә һәр йорт иҫәпкә алынған, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла.



Вернуться назад