Театрҙа – яҙ һулышы21.04.2017
Театрҙа – яҙ һулышы Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә матур. Ап-аҡ буранлы ҡыш артынан шаулап-гөрләп яҙ килә. Ошо йәмле көндәрҙә республикала күркәм сара – “Театр яҙы-2017” фестивале гөрләй.
Республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған был фестивалдең маҡсаты – театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, ижади процеста төп йүнәлештәрҙе асыҡлау, театрҙарҙың һәм актерҙар, рәссамдар, режиссерҙар, тәнҡитселәрҙең бәйләнешен нығытыу, тамашасыларға күркәм байрам бүләк итеү. Өфө был театр форумын өсөнсө тапҡыр ҡабул итә, бынан алдараҡ фестивалдәр Салауатта һәм Стәрлетамаҡта уҙғарыл­ғайны.
Спектаклдәргә баһа биреү, иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн фестивалде ойоштороусылар республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең билдәле театр белгестәрен һәм тәнҡит­селәрен йәлеп иткән. Жюри түбәндәге номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләйәсәк: “Иң яҡшы спектакль”, “Иң яҡшы режиссерлыҡ эше”, “Иң яҡшы сценография”, “Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш”, “Иң яҡшы ир-егет роле”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле”, “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”.
Быйылғы фестивалдә республикабыҙ театрҙары үҙ репертуарындағы иң яҡшы 15 спектаклде күрһәтә. Тамашалар бер нисә майҙансыҡта – Башҡорт, Рус, Татар, Милли йәштәр театрҙарында бара. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Салауат Юлаев” спектакле менән конкурс программаһында тәүгә ҡатнаша.
Быйылғы IX “Театр яҙы-2017” фестивале сиктәрендә ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, Мәскәү белгестәре Алексей Кисилевтың, Игорь Овчинниковтың лекциялары ҡаралған.
26 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында фестивалде тантаналы ябыу кисәһе үтәсәк. Шунда еңеүселәрҙең исемдәре билдәләнәсәк.


Вернуться назад