Планшет урынына… бәрән21.04.2017
Башҡортостандан 40 йәшлек ир Интернет аша планшетҡа заказ биргән, ә уның урынына пластмасса… бәрән алған. Ул ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы идаралығына ғариза яҙған. Әйтеүенсә, дүрт мең һумлыҡ планшет урынына уға бәрән статуэткаһын ебәргәндәр.
Ир сифатлы һәм хаҡы үтә ҡиммәт булмаған электроника һатылған сайтты эҙләп табып, заказ биргән. Күп тә үтмәй Интернет-магазин вәкиле уның менән бәйләнешкә инеп, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе асыҡлаған. Һатыусы тауарҙы бер нисә көндән Санкт-Петербургтан килтерәсәктәре хаҡында белдергән.
Тик почтала заказ хаҡын түләп, ҡумтаны алған ир үҙен алдағандарын күргән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле тикшереү бара. “Мутлыҡ ҡылыу” статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.


Вернуться назад