Һорауҙарығыҙ булһа…21.04.2017
26 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тән республика Башлығының Протокол идаралығы начальнигы Р.С. Йәнтилин граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Башҡортостандың башҡа райондары, ҡалалары, ауыл­дары халҡына яҙылыу өсөн телефон: (347) 280-81-10.


Вернуться назад