“Йәшелдәр”ҙең яҡшы баһаһы21.04.2017
Республикабыҙ Экология йылы буйынса төҙөлгән Рәсәй төбәктәре рейтингында беренсе урынды яуланы. Йәшел стандарттар үҙәге үткәргән тикшереү барышында ошондай һөҙөмтә асыҡланды.
“Рейтингта йәмғеһе – 69 урын. Улар 85 төбәк араһында бүленде. Алдынғылар иҫәбенә Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы, Иркутск өлкәһе һәм Пермь крайы инә. Аут­сай­дерҙар иһә – Орел һәм Псков өлкәләре, Севастополь ҡалаһы”, – тине Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, Йәшел стандарттар үҙәге директоры Рәшит Исмаилов.
Экология йылында әүҙемлек рейтингын төҙөү өсөн файҙаланылған төп күрһәткес – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт программаларын финанслау күләме. Икенсе критерий – төбәктәрҙәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һаны. Иҫәпкә алынған өсөнсө күрһәткес – Экология йылында төбәктәрҙә үткәрелгән саралар күләме.


Вернуться назад