Өфө етәкселеге борсола19.04.2017
Баш ҡала етәкселеген вандалдарҙың әүҙемләшеүе борсоуға һала. Бер нисә көн эсендә генә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында улар 27 урам фонарын ватҡан. Күптән түгел генә ошондай уҡ хәл И. Якутов исемендәге паркта ла күҙәтелгәйне.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡала мөлкәтенә зыян килтереүгә бәйле мәсьәләне тикшереү йәһәтенән саралар ойошторҙо. Рәсәй Енәйәт кодексына ярашлы, биналарға, ҡоролмаларға зыян килтергән, йәмәғәт урындарындағы мөлкәтте боҙған өсөн 40 мең һумға тиклем штраф түләтелә. Бындай тәртипһеҙлек өсөн 360 сәғәткә тиклем йәки бер йылға холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итеүҙәре лә ихтимал.
Һуңғы йылдарҙа ғына Еңеүҙең 50 йыллығы скверында күләмле реконструкция үткәрелгәйне. Юлдар яңыртылды, яҡтылыҡ системаһы тулыһынса алмаштырылды, эскәмйәләр ҡуйылды, балалар уйын зоналары йыһазландырылды, хоккей ҡумтаһы төҙөлдө. Сквер халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелде.


Вернуться назад