Ҡазан ҡалаһында тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге, тхэквондо ассоциацияһының төҫлө билбауҙар фестивале булды. Ярыштарҙа илдең 32 төбәгенән меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостандың Бөтә стилдәге тхэквондо федерацияһы командаһына төрлө ярыштарҙа еңеүселәр һәм призерҙар инде.
Спортсылар өс көн дауамында спарринг поинт-стоп, формаль комплекстар, ҡаты әйберҙәрҙе ватыу кеүек йүнәлештәр буйынса көс һынашты. Башҡортостан спортсылары 75 миҙал (31 алтын, 25 көмөш һәм 19 бронза) яуланы. Бынан тыш, 10-11 йәшлектәр араһында командабыҙ формаль комплекстар һәм спарринг буйынса беренсе урын алды. Ҡырмыҫҡалынан Яна Балашова, Өфөнән Георгий Осинцев һәм Анастасия Колокольчикова, Шарандан Ильвина Исламова, Нефтекаманан Алһыу Тағарифуллина икешәр ярыш төрөндә еңеү яуланы.