“Бабич”ты ҡарарға килегеҙ19.04.2017
“Бабич”ты ҡарарға килегеҙ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Бабич” фильмының (режиссеры Булат Йосопов) премьераһы уңайынан матбуғат конференцияһы уҙҙы.
“Бабич” – тарихты һәм документаль стилде үҙ эсенә алған беренсе башҡорт фильмы. Ул шулай уҡ башҡорт шиғриәтенең классигы, ижтимағи-сәйәси лидеры, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичҡа арналған тулы метражлы тәүге фильм булыуы менән дә ҡәҙерле. Сценарий авторҙары әйтеүенсә, кино 1916–1919 йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы һаҡлаған документтар нигеҙендә төшөрөлгән. Ваҡиғалар Өфө, Ырымбур, Троицк, Ҡаҙағстан тарафтарында бара, ул йылдарҙың мәҙәни, сәйәси һулышы һиҙелә.
“Тере таҫма” кинокомпанияһының директоры Леонид Филиновтың әйтеүенсә, фильм башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сығасаҡ. Премьера 19 апрелгә тәғәйенләнгән. Ә 22 апрель көндө иһә ул шағирҙың тыуған яғы Дүртөйлө районының Әсән ауылында ҡуйыласаҡ. Фильм баш ҡаланың “Ватан”, “Ультра” кинотеатрҙарында – 24 апрелдән, республиканың башҡа ҡалаларында 27 апрелдән ҡуйыла башлаясаҡ.


Вернуться назад