Илдең Төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы үткәргән “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” исеменә конкурста еңеүселәр иҫәбенә Башҡортостандың дүрт ҡалаһы инде. Ошо көндәрҙә алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы булды.
Үҙенең номинацияһында Октябрьский ҡалаһы еңеп сыҡты. Министрлыҡтың II дәрәжә дипломын ҡалалар араһында Стәрлетамаҡ алды. Өсөнсө категориялағы муниципаль берәмектәр араһында Туймазы III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Рәсәй субъекттарының баш ҡалалары араһында ил Хөкүмәтенең II дәрәжә дипломы Өфө ҡалаһына тапшырылды. – Урындағы үҙидара органдары – халыҡҡа иң яҡын булған власть. Граждандар көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү йәһәтенән тап уларға мөрәжәғәт итә, – тине Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ултырышты асып.
Ул Совет тарафынан тикшереүгә тәҡдим ителгән мәсьәләләрҙең бөтә ил халҡын борсоуына иғтибарҙы йүнәлтте. Федерация Советы рәйесе әйтеүенсә, ҡала, ауылдарыбыҙҙың йөҙө кешеләрҙең кәйефен билдәләй, тәртип һәм власть хаҡында фекер тыуҙыра.
– Йәшәгән еребеҙ заманса, хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға тейеш, – тине ул.