Француздар килде...19.04.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт йортонда Франко-Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының генераль директоры Павел Шинский етәкселегендәге француз предприятиелары вәкилдәре менән осрашты.
Бөгөн Өфөлә был илдең “Castorama”, “Leroy Merlin”, “АШАН” кеүек эре сауҙа үҙәктәре уңышлы эшләй. 2015 йылдан спорт тауарҙары менән һатыу иткән “Декатлон” магазины халыҡты хеҙмәтләндерә. Мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендәге дуҫлыҡ та нығый.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, былтыр Башҡортостан менән Франция араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 61,1 миллион доллар, экспорт – 36,8 миллион, импорт 24,5 миллион доллар тәшкил иткән. Башлыса дизель яғыулығы (84 процент), мазут (16 процент) оҙатҡанбыҙ. Йәнә аҙыраҡ каучук, ағас күмере һәм быяла-сүс тауарҙары һатылған.
– Һөҙөмтәне яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәр бар, – тине республика Башлығы. – Үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, инвесторҙар йәлеп итеү өсөн төбәктә яҡшы мөхит, уңайлы шарттар булдырыла, ташламалар ҡаралған.