Тәҡдимдәр кәрәк18.04.2017
Нефтекама ҡалаһындағы, Мишкә, Яңауыл райондарындағы территориаль һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаларының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып егерме көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.