Ситтә ҡалмайыҡ!18.04.2017
Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, уҙған шәмбе республикабыҙҙа экологик өмәләр үтте.
8 апрелдә башланған ошондай сараларҙа 182 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Полигондарға һәм сүплектәргә биш мең тоннанан ашыу сүп-сар сығарылған, байтаҡ ағас, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. Экологик өмәләр артабан да дауам итә. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле биләмәләрҙең 17 проценты таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән.