Бәхәстәр Өфөлә хәл ителәсәк18.04.2017
Баш ҡалабыҙҙа Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм уның Өфөләге филиалы ҡарамағында Халыҡ-ара коммерция нигеҙендәге арбитраж суд бүлеген асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Был ойошма Урал һәм Волга буйы федераль округтарында иң тәүгеһе буласаҡ. Рәсәйҙә иһә улар өсәү генә икән. Әлегә тиклем бындай бүлектәр Дондағы Ростовта һәм Иркутскиҙа ғына эшләп килгән.
– Өфө бүлексәһенең юрисдикцияһы иһә Урал һәм Волга буйы федераль округтары төбәктәренә тараласаҡ. Шулай итеп, Башҡортостан иҡтисади бәхәстәрҙе хәл итеүҙә төбәк-ара үҙәккә әйләнәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Был йәһәттән яңылыҡтың төбәктә инвестиция йәлеп итеүгә, эшҡыуарлыҡтың, халыҡтың йәшәү сифатының үҫешенә этәргес көс буласағы әйтелде.