Ҡайҙа һеҙ, таланттар?14.04.2017
19-20 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы уҙғарыла. Ул данлы музыкант һәм педагогтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала.
Байрамдың бурыстары – талантлы ҡурайсыларҙы асыҡлау, йәш­тәрҙе башҡорт фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнауҙың иң яҡшы халыҡ йолаларын танытыу, һөнәри башҡарыусылар, коллективтар өсөн ҡурайҙың яңы мөмкинлектәрен сағылдырыу. Сара программаһында – үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар араһында конкурс, семинар, ижади лаборатория, еңеүселәрҙең гала-концерты.
Бәйгелә һөнәри һәм үҙешмәкәр башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша. Төп шарт – музыкант исемлектә күрһәтелгән 100 башҡорт халыҡ йырын башҡара алырға һәм уларҙың тарихын белергә тейеш.
Өҫтәмә мәғлүмәттәр өсөн телефон: 8(347) 249-65-50.


Вернуться назад