2015–2016 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияларына материалдар ҡабул ителә башланы. Был премия талантлы һәм әүҙем йәштәрҙең һәләтен, ижади ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелә.Йәштәр премияһына тәҡдим ителгәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан башҡарылған, сәнғәт һәм архитектура, матбуғатта донъя күргән әҙәби әҫәрҙәр, концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, премьераларҙа, радио йәки телевидение аша халыҡ иғтибарына сығарылған музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр бәйгелә ҡатнаша ала.
Дәғүәсе ижади йәки башҡа коллективтарҙағы ағзалар һаны биш кешенән артмаҫҡа, уларҙың йәше 16-нан 35-кә тиклем булырға тейеш. Премияның күләме – 150 мең һум.
Материалдар 1 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә (һәләтле йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге). Белешмәләр өсөн телефон: (347) 218-03-08, электрон почта
[email protected].