“Волга – Янцзы” дуҫлығы14.04.2017
“Волга – Янцзы” дуҫлығы Биш йыл элек Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы буйы төбәктәре менән Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы араһындағы хеҙмәттәшлек итеү буйынса “Волга-Янцзы” форматы барлыҡҡа килгәйне. Өфөлә уның эшсе төркөмөнөң берлектәге осрашыуы үтте.
Сараны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов асып, “Волга-Янцзы” форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, былтыр Һамар өлкәһендә ойошторолған осрашыу­ҙың файҙаһын күрәбеҙ: хеҙмәттәшлек даирәләре киңәйгән, сауҙа, иҡтисад өлкәһендә ҙур проекттар тормошҡа ашырыла башлаған.
– Бөгөн беҙ үҙ-ара хеҙмәттәш­лектең һөҙөмтәләрен барланыҡ һәм эшсе төркөмдөң быйыл Ҡытайҙың Сычуань провинцияһында үтәсәк икенсе йыйылышына әҙерлек буйынса төп саралар планын асыҡланыҡ, – тине ул.
Әле ике илдең төбәктәре ара­һында 27 килешеү төҙөлгән. Йәйгә тағы ун документҡа ҡул ҡуйыу көтөлә. Айырыуса гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлеккә етди иғтибар бирелә.
Әйткәндәй, “Волга-Янцзы” берләш­мәһе һөҙөмтәһендә республикала ҡытайҙар ҡатнашлығы менән барлыҡҡа килгән 22 предприятие уңышлы эшләй. Ике аралағы дуҫлыҡ киләсәктә лә нығыр тип күҙаллана. Ауыл хужалығы, машиналар төҙөү, төҙөлөш материалдары етештереү, медицина, туризм өлкәһендәге проекттарға етди өҫтөнлөк биреләсәк. Был юҫыҡта Башҡортостан Респу­б­ли­каһының РФ Президенты ҡара­мағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров:
– Проекттарҙы бойомға ашы­рыуҙың аныҡ эш һөҙөмтәләренә күсәбеҙ. Бөгөн ҡайһы бер документтар әҙерләнә, биш эре инвестиция проекты өсөн ер бүлеү эше теүәлләнә. Улар араһынан төҙөлөш материалдары заводы, ауыл хужа­лығы тракторҙары йыйыу линияһы, шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү комбинаты кеүек яңы предприятиелар бар, – тине.
Рәсәйҙең иң әүҙем хеҙмәттәшлек иткән йөҙләгән ил араһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы өсөнсө урынды биләй.


Вернуться назад