Яңы белешмәлә – халыҡ иҫәбе14.04.2017
Республика Фәндәр академияһында “Иҫәп алыуҙа Башҡортостан халыҡтары” тигән ғилми семинар үтте. Сараны Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге “Башҡортостанстат” менән берлектә ойошторҙо.
Ғилми йәмәғәтселекте семинарҙа ике томлыҡ “Иҫәп алыуҙа Башҡортостан халыҡтары” белешмәһе менән таныштырҙылар. “Башҡортостанстат” хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән белешмә тураһында ведомство етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин һөйләне. Уның әйтеүенсә, республика буйынса уҙғарылған туғыҙ халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары тупланған баҫма ғалимдар алдында фәнни анализ, күп милләтле Башҡортостан үҫешендәге төп этаптарҙы күҙаллау йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр аса.


Вернуться назад