Халыҡ-ара фестиваль асылды14.04.2017
Халыҡ-ара  фестиваль асылды“Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Милли симфоник оркестрының 25 йыллығына арналған Халыҡ-ара музыка фестивале асылды. Тантанаға төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов та килгәйне.
Тәүге концерттың симфоник программаһына Николай Римский-Корсаковтың һәм Сергей Рахманинов­тың әҫәрҙәре инде. Унда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Борис Березовский сығыш яһаны.
Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры 1992 йылда ойошторолған. Был эштә оркестрҙың тәүге художество етәксеһе һәм дирижеры Таһир Камаловтың хеҙмәте айырыуса ҙур.


Вернуться назад