“Йортоғоҙға һөйөү һәм ышаныс нуры тулһын”14.04.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы православие дине вәкилдәрен Изге Пасха байрамы менән ҡотланы. Унда былай тиелә:
“Был байрам беҙгә яҙ һулышы кеүек: яңырыуҙың һәм ышаныстың кәүҙәләнеше булараҡ килә, шатлыҡ-ҡыуаныс, өмөт бүләк итә. Пасха тантаналары күп быуатлыҡ рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә ихтирам тәрбиәләй, дин тотоусыларҙы берләштерә.
Бөгөн Башҡортостандағы православие вәкилдәре башҡа традицион дин кешеләре менән бергәләп йәмғиәттә татыулыҡты нығыта, хәйриәлек, йәштәргә белем һәм тәрбиә биреү менән әүҙем шөғөлләнә. Күп милләтле һәм күп конфессиялы республикабыҙҙа бындай берҙәмлек айырыуса мөһим, ә уртаҡ изге эштәр оло ихтирамға һәм хуплауға лайыҡ.
Ошо байрам көндәрендә туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән аралашыу күңелдәрегеҙҙе йылытһын, йортоғоҙға һөйөү һәм ышаныс нуры тулһын.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә­ләрегеҙгә именлек һәм тыныслыҡ теләйем!”


Вернуться назад