Ҡотҡарыусылар баҡсаларҙы ҡотҡара12.04.2017
Баш ҡалабыҙҙа ҡотҡарыусылар Дудкиндағы баҡса хужаларын участкаларына ташыуҙы ойошторҙо.
Был ауыл эргәһендәге баҡсалар Ҡариҙел ярында урынлашҡан. Унда кәмә йәки паром менән генә барырға мөмкин. Быйыл көслө ташҡын көтөлгәнгә күрә баҡсасыларҙы йорттарын һәм участкаларын һыу баҫыу ихтималлығы борсоуға һала.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан граждандарҙы ҡабул итеү сараһында ла баҡсасылар ассоциацияһы был мәсьәләне күтәргәйне. Ошо көндәрҙә 500-гә яҡын кеше баҡсаға барып биләмәләрен ташҡынға әҙерләп ҡайтты.


Вернуться назад