“Ашҡаҙар”ҙан –“Зәңгәр томан”ғаса12.04.2017
“Ашҡаҙар”ҙан –“Зәңгәр томан”ғаса “Дуҫлыҡ моңо” конкурсында еңеү яулаған Әлфиә Мырҙабаева бүләк аҡсаһына музыка аппаратураһы һатып алырға ниәтләй. Киләсәктә республика райондарында үҙенең концерттарын ойоштороу теләге бар йырсының. Ейәнсура районында тыуып үҫкән һәүәҫкәр йырсыға ҙур бәйгелә төп бүләк һәм 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылғайны.
– Ауылда йәшәйем, бер ерҙә лә эшлә­мәйем, йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүл­мен. Махсус белемем дә юҡ, бөтә йыр­ҙарҙы үҙаллы өйрәнәм. Әлеге бәйгегә лә яңғыҙым әҙерләндем, – тине Әлфиә. – Әсәйем әйтеүенсә, ике йәштән йырлай башлағанмын. Ғаиләмдә йырсылар юҡ.
Конкурста Әлфиә Мырҙабаева башҡорт халыҡ йыры “Ашҡа­ҙар”ҙы, татар халыҡ йыры “Әллүки”ҙе, шулай уҡ “Хыял ҡошом” һәм “Зәңгәр томан” тигән эстрада йырҙарын башҡарҙы. Йырсының сығышы жюри ағзаларын да, тамашасыларҙы ла битараф ҡалдырманы.
Әлфиә Мырҙабаева – күп республика вокаль конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Ул 2014 йылда “Ирәндек моңда­ры”нда беренсе урын, ошо уҡ йылда уҙғарылған Мәғфирә Ғәлиева исемендәге бәйгелә Гран-при яуланы.


Вернуться назад