Ҡараңғы төндө йәмләп12.04.2017
Быйыл “Библиотөн” социаль-мәҙәни акцияһы “Ҡыҙыл китап биттәренән” тигән девиз аҫтында үтә. Сара 22 апрелдә киске сәғәт 6-ла башлана. Әхмәтзәки Вәли­ди исемендәге Милли китапханала төп корпус (Ленин урамы, 4), үҫмерҙәр (Октябрь проспекты, 62/2) һәм балалар (Менделеев урамы, 203) китап уҡыу үҙәктәре, “МЕГА” сауҙа үҙәге эшләйәсәк һәм тәүге тапҡыр “Ватан” паркындағы “Этноауыл” йәлеп ителәсәк.
Майҙансыҡтарҙың барыһында ла уйындар, викториналар, бәй­геләр ойошторола. “Экобашватҡыстар: Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы һуҡмаҡтарынан” викторинаһы айырыуса ҡыҙыҡлы бул­маҡсы. Кино һәм музыка яратҡандарҙы махсус программа көтә. Тамашасыларға “Башҡортостан” киностудияһы фильмдары тәҡдим ителәсәк.


Вернуться назад