Сүпләнек, сүпләнек тә...12.04.2017
Сүпләнек, сүпләнек тә... Шәмбелә Өфөлә тәүге дөйөм ҡала өмәһе уҙғарыла.
Сарала ҡарҙы таратыу, боҙ ватыу, сүп-сар йыйыу күҙаллана. Көндәр йылыныу менән газондарҙы ҡаҙырға, ағас олондарын аҡларға, былтырғы үләнде сабырға, биләмәләрҙе тәртипкә килтерергә тура киләсәк. Өмәләр ай аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Непейцев дендропаркында, Якутов исемендәге паркта, Еңеүҙең 50 йыллығы скверында һәм Салауат Юлаев исемендәге баҡсала айырыуса ҙур өмә көтөлә. Бындай саралар шулай уҡ “Ҡашҡаҙан”, Нефтехимиктар парктарында, Баландин бульварындағы һәм М. Рыльский урамындағы скверҙарҙа ойоштороласаҡ.


Вернуться назад