Хәйәм робағиҙары –Рәми тәржемәһендә12.04.2017
Ғүмәр Хәйәмдең Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тәржемәһендәге робағиҙары тәүге тапҡыр факсимиль баҫмала донъя күрәсәк.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриә­тенең, “Ғүмәр Хәйәм һәм Рәми Ғарипов – замандар бәйләнеше” проекты быйыл республика Башлығының 1,8 миллион һумлыҡ грантын алды.
Рәми Ғариповтың юғары оҫталыҡ менән айырылып торған тәржемәләре уҡыусыға күптән таныш. Ғүмәр Хәйәмдең фәлсә­фәүи робағиҙары тәржемәһе беренсе тапҡыр айырым китап булып 1992 йылда баҫылып сыҡты. Яңы баҫманың үҙенсәлеге шунда: уҡыусыға башҡорт шағирының төҙәтмәләре һәм иҫкәрмәләре индерелгән ҡулъяҙмаһы тәҡдим ителә. Көҙ донъя күрәсәк баҫманың тиражы – 500 дана.


Вернуться назад