Балам һөйләшмәй…11.04.2017
– Минең балам 4 йәштә булһа ла һөйләшмәй. Уға баш ҡалала ярҙам күрһәтеүсе дауалау ойошмаһы тәҡдим итмәҫһегеҙме икән?
Л. Сабитова.
Бөрйән районы.
Билдәле массаж яһау оҫтаһы Эдуард Сәмиғуллиндың һәм ул етәкселек иткән “ЕвропЭд” неврология һәм ортопедия медицина үҙәгенең даны күптән инде Рәсәйҙең бик күп төбәктәренә, Англия, Германия, Франция, Испания, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм башҡа сит илдәргә таралған. Ғөмүмән, бында көн һайын тиҫтәләрсә кеше мөрәжәғәт итә. Заманса йыһазландырылған бүлмәләрҙә ауырыуҙарҙы, Эдуард Рәшит улынан тыш, ҙур тәжрибәгә эйә, юғары квалификациялы невролог, ортопед, логопед-дефектолог, психолог, педиатр, офтальмолог, эрготерапевт һәм башҡа белгестәр ҡабул итә.
Утыҙ йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған Эдуард Сәмиғуллин, Өфөнөң 1-се медицина колледжын һәм Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, Америкала Халыҡ-ара медицина институтында белем ала. Унда йәшәгәндә ул паралич һәм башҡа диагноз ҡуйылған йөҙҙәрсә баланы массаж ярҙамында аяҡҡа баҫтыра. Өфөгә йәшәргә ҡайтҡас, массаж яһау буйынса үҙенең дауалау методикаһын булдыра, лицензия алып, клиникаһын аса.
Бына ете йыл инде “ЕвропЭд” неврология һәм ортопедия медицина үҙәгенә етәкселек итә. Бында сабыйҙарға беренсе айҙарҙан уҡ махсус методика һәм юғары технология буйынса неврологик һәм нейро-ортопедик массаждар яһала. Әлеге клиникала Томатис, микрополяризация, биоакустик коррекция, альфа-ритм, эрготерапия ысулдары киң ҡулланыла. Бында шулай уҡ физиотерапия, психик коррекция кабинеттары уңышлы эшләй, УЗИ хеҙмәте күрһәтелә. Башҡортостанда бары тик “ЕвропЭд”та балалар һәм өлкәндәр өсөн ысын тиренән Германия технологияһы буйынса ортопедик олтораҡтар эшләнә. Тағы шуны ла билдәләп үтке килә: Өфөлә бында ғына ике урынға иҫәпләнгән заманса барокамера, йәғни яһалма рәүештә юғары йә иһә түбән барометрик баҫым барлыҡҡа килтереп була торған геометрик камера (кислород менән дауалау) эшләй. Балалар һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлеген нығытыуҙа, тын юлдары ауырыуҙарын һауыҡтырыуҙа уның әһәмиәте ҙур. Микрополяризация ысулы менән дауаланырға теләүселәргә әле ташлама ҡаралған.
Процедураларҙың мәктәптә уҡыуҙа өлгәшмәгән балаларға ярҙамы бигерәк тә ҙур: хәтерҙе яҡшырта, бала тиҙ уҡый һәм яҙа башлай, уҡырға теләге арта, күреү һәләте яҡшыра, тотлоғоуы бөтә. Ғөмүмән, организмдың физиологик функциялары тергеҙелә.
Әлеге медицина үҙәгендә дауалау курсы – ун көн, хаҡы сағыштырмаса арзан, килешеү буйынса. Рәхим итегеҙ!
– Маҡсатыбыҙ – ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу, һауыҡтырыу. Пациенттарыбыҙҙың үҙ ҡулдары менән ҡалаҡ тотоп ашай, үҙ аяҡтары менән атлап йөрөй башлауын күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ беҙҙең өсөн, – тине хушлашҡанда һәр хеҙмәткәр, һәр пациент менән уртаҡ тел табып эш итеүсе, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы Эдуард Рәшит улы.