Фәндең киләһе бер үҫеше11.04.2017
Башҡортостанда оҙаҡламай Федераль тикшеренеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡтағы протоколға Рәсәй Федераль ғилми ойошмалар агентлығы етәксеһе Михаил Котюков һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге 14 институт етәксеһе ҡул ҡуйҙы. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов та ҡатнашты.
Яңы структура Өфө ғилми үҙәге нигеҙендә төҙөләсәк һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге тип аталасаҡ. Уның эсенә 13 фәнни ойошма һәм бер поликлиника инәсәк. Михаил Котюков әйтеүенсә, был инициатива ике йыл элек барлыҡҡа килгән, ә әле иһә ошо юҫыҡта тәүге аҙым яһауҙары. Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов был хаҡта: “Өфө Федераль тикшеренеү үҙәген булдырыу – фәнни тикшеренеүҙәрҙең файҙаһын күтәреүгә, уны практикала ҡулланыуға ҡарай мөһим аҙым”, – тине.