Һыу сифаты күҙәтелә11.04.2017
Яҙғы ташҡын осоронда “Өфө һыу каналы” үҙенең сайтында һыу сифаты тураһындағы мәғлүмәттәрҙе даими урынлаштырасаҡ.
Предприятиела хәбәр итеүҙәренсә, һыу күрһәткестәрен сайттағы “Яңылыҡтар” бүлегенән табырға мөмкин.
– Мәғлүмәттәрҙән һыуға яһалған анализ, пробалар, уның сифаты хаҡында белергә була. Бынан тыш, файҙаланыу мониторингының төп 17 күрһәткесе, уларҙың рөхсәт ителгән иң юғары сиге баҫыласаҡ. Күрһәткестәр буйынса эсәр һыуҙың нормаға ярашлы булыу-булмауы хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкин, – тине предприятиеның матбуғат секретары Мария Шерекина.
Тәү сиратта һыуҙың фенол, нефть продукттары менән бысранмауы, шулай уҡ уның микробиологик күрһәткестәре иғтибарға алына.